1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. ТЕЛӘККӘ СЫҒЫУ

ТЕЛӘККӘ СЫҒЫУ

Май 20, 2022 Просмотров: 70
Теләккә сығыу йолаһы борон-борондан үткәрелеп килгән йолаларҙың береһе һанала. Йыл ҡоро килһә, ямғырҙар яумаһа, илгә бәлә-ҡаза килгәндә ауылдың оло инәйе әбейҙәрҙе, бала-сағыны йыйып, ҡырға теләк теләргә сыҡҡандар. Барыһы ла йыйылғас, күмәкләп намаҙ уҡып, доға ҡылғандар. Алдан ҡорбан салып, аш бешереп, барыһын да ҡорбан ашы менән һыйлағандар. Ҡатын-ҡыҙҙар аҡ ҡайынға аллы-гөллө таҫмалар элеп теләктәр теләгәндәр, һыуға тәңкәләр һалып үҙҙәренә һаулыҡ һәм муллыҡ һорағандар.

Бейек тауға менәнйек,
Менәйек , ултырайыҡ.
Теләктәр ҡабул булһын,
Бергә доға ҡылайыҡ.
Ямғырҙар яуып торһон,
Игендәр шашып уңһын!
Илемә бир бәрәкәт,
Амин! Аллаһуәкбәр! – тип әйтеп теләктәр теләгәндәр.

Беҙҙең дә балалар баҡсаһында боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү буйынса эш әүҙем алып барыла. Йыл һайын бер-нисә йоланы сәхнәләштереү өҫтөндә эшләйбеҙ. Бындай сағыу байрамдарҙа Абҙаҡ ауылы Ағинәйҙәре лә бик ихлас яратып ҡатнашалар. Уларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Апрель айында "Теләккә сығыу" йолаһы менән "Халыҡ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре калейдоскобы" Белорет районының муниципаль конкурсында ҡатнаштыҡ һәм II урын алдыҡ!