ҺАБАНТУЙ

Июнь 24, 2022 Просмотров: 142
Бөгөн беҙҙә һабантуй
Эштәреңде барын ҡуй
Тиҙерәк йүгер майҙанға
Байрам башлана унда

Кемдә ниндәй һөнәр бар?
Йүгерергә кемдәр бар?
Йәлләмәй табандаоҙы
Уҙығыҙ майҙандарҙы

Ә көрәшә ҡайһығыҙ
Көс һынашып ҡайтығыҙ
Ҡурҡмағыҙ йығылыуҙан
Йүгереп артта ҡалыуҙан.

Ошо көндәрҙә беҙҙең дә балалар баҡсаһында гөрләп һабантуй үтте. Балалар ат сабышты, арҡан тартты, етеҙлектә уҙыштылар. Һабантуйға ҡунаҡҡа Абҙаҡ урта мәктәбенән Салауат Ғәзиз улы етәкселегендә йәш көрәшселәр ҙә килде. Беҙҙең тәрбиәләнеүсе малайҙар ҙа үҙҙәрен көрәштә һынап ҡараны.